Дәреслек. — Өфө: Башҡорт дәүләт педагогия университеты, 2020. — 211 бит.
Һеҙҙең ҡулда юғары-дини белем биреү уҡыу йорттары студенттары өсөн туған тел булараҡ башҡорт телен өйрәнеү дәреслеге. Тел – ул халыҡтың мәңге тере тарихы. Шул ғәзиз тел уны борон бер бөтөн халыҡ итеп ойошторошҡан; уртаҡ тел, һүҙ таптырған; көнөн, йүнен йүнләшкән; тәжрибәһен, аҡылын, күңелдәгеһен үҙенә туплап, уның күркен күтәрешкән; кемлеген бар донъяға танытҡан, халыҡтар менән аралаштырған. Телен ҡәҙерләгән халыҡ – хөрмәтле, абруйлы халыҡ. Уны өйрәнәйек, таратайыҡ, данлайыҡ. Уҡыу – энә менән ҡойо ҡаҙыу. Еңел булмаған тел өйрәнеү эшендә илһам, түҙемлек юлдаш булһын! Уңыштар һеҙгә!