Уҡыусылар өсөн ҡулланма. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1986. — 152 бит.
Ахтямов Мухтар. Словарь омонимов.
Был һүҙлек башҡорт телендәге омонимдарҙың (әйтелештәре менән яҙылыштары тап килеп, мәғәнәләре менән, ныҡ айырылған ике йәки унан артыҡ һүҙҙәрҙең, мәҫәлән, аяҡ «тән өлөшө атамаһы» — аяҡ «һауыт төрө», аҙаш «кем менән дә булһа бер үк исем йәки фамилия йөрөткән кеше» — аҙаш «юлды юғалтыу, юлдан яҙыу») аңлатмалы һүҙлеген төҙөүҙә тәүге тәжрибә булып тора. һүҙлеккә хәҙерге башҡорт телендә йыш һәм киң ҡулланылған омонимдарҙы ғына алырға тырышылды, һүҙлек статьяларында һүҙҙәрҙең мәғәнәләре, мәғәнә төҫмөрҙәре асыла, уларға әҙәби әҫәрҙәрҙән, башҡорт халыҡ ижадынан (фольклорҙан), газета-журналдарҙан алынған миҫалдар килтерелә, һүҙлек материалын тулыландырыу, һүҙлекте файҙаланыу эшен еңеләйтеү маҡсатынан сығып, уға ҡушымталар бирелә.